Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Смоленск өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Смоленск | ||||
56-сы | |||||
- Барлығы |
49 779 км² | ||||
- Барлығы |
↘958 630 (2016) 19.26 кеше/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
187 млрд. һум млрд. һум (2012) 124,2 мең һум | ||||
Үҙәк | |||||
Үҙәк | |||||
Губернатор |
Островский Алексей Владимирович | ||||
Өлкә думаһы рәйесе |
Ляхов Игорь Васильевич | ||||
67 | |||||
RU-SMO | |||||
MSD, Европа/Москва һәм UTC+3:00 | |||||
Бүләктәре: |
Смоле́нск өлкәһе рус. Смоленская область — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округы составына инә.
Административ үҙәге — Смоленск ҡалаһы. Смоленскиҙан Мәскәүгә тиклем — 365 км, Минскиға — 331 км.
Смоленск өлкәһе көнсығышта — Рәсәй Федерацияһының Мәскәү, көньяҡ-көнсығышта — Калуга, Брянск, төньяҡта — Псков һәм Тверь өлкәләре һәм көнбайышта Белоруссияның Могилёв һәм Витебск өлкәләре менән сиктәш.
Майҙаны — 49 779 км².
1937 йылдың 27 сентябрендә Көнбайыш өлкә территорияһында барлыҡҡа килә.
Ленин ордены менән бүләкләнә (1958).
Смоленск өлкәһе Көнсығыш Европа (рус) тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төбәктең ҙур өлөшөн Смоленск—Мәскәү ҡалҡыулығы биләй, төньяҡ-көнбайышта Балтик уйһыулығы, көньяҡта — Днепр уйһыулығы урынлашҡан. Көнбайышта өлкә Белоруссия (Витебск һәм Могилев өлкәләре), төньяҡта — Псков һәм Тверь өлкәләре, көнсығышта — Мәскәү өлкәһе, көньяҡ-көнсығышта Калуга өлкәһе, көньяҡта — Брянск өлкәһе менән сиктәш. Төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонлоғо — 300 км, ә көнбайыштан көнсығышҡа — 290 км. Смоленск өлкәһенең Белоруссия сигендәге территорияһының бер өлөшө формаль рәүештә сикләнгән сик зонаһына инә.
1708 йылда Смоленск губернаһы барлыҡҡа килә. 1929 йылда РСФСР составында Көнбайыш өлкә ойошторола, уның үҙәге Смоленск ҡалаһында була. Смоленск өлкәһе 1937 йылдың 27 сентябрендә ойошторолған.
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 958 630 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 19.26 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 72.44 % (2015).
Халыҡ | 2002 йыл, кеше (* 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.) | 2010 йыл, кеше |
---|---|---|
Урыҫтар | 980 073 (93,4 %) | 893 675 (94,6 %) |
Украиндар | 17 362 (1,7 %) | 12 223 (1,3 %) |
Белорустар | 16 231 (1,55 %) | 12 012 (1,3 %) |
Әрмәндәр | 3 893 | 4 776 (0,5 %) |
Сиғандар | 3 011 | - |
Татарҙар | 2 424 | - |
Әзербайжандар | 2 416 | - |
Йәһүдтәр | 1 434 | - |
Немецтар | 1 133 | - |
Башҡалар | м.ю. | 21 394 |
Милләтен күрһәтмәгәндәр | 11 002 (1,1 %) | 41 457 |
Һаны 1000 ашыу булған халыҡтар күрһәтелгән |
Смоленск өлкәһендә 2002 йылда — 303 башҡорт йәшәгәне теркәлгән.
2006 йылдан алып өлкә территорияһында 350 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:
Картаның легендаһы (билдә өҫтөнә баҫҡанда халыҡ һаны күренә):
1-ҙән 4 999-гә тиклем кеше (тик район үҙәктәре) | |
5 000-дән 9 999-гә тиклем кеше | |
10 000-дән 19 999-гә тиклем кеше | |
20 000-дән 49 999-гә тиклем кеше. | |
50 000-дән 299 999-гә тиклем кеше | |
300 000 ашыу кеше |
Тулайым төбәк продукты ағымдағы хаҡтар буйынса: 2014 йылда — 234,7 млрд һум; 2006 йылда — 79,2 млрд һум; 2005 йылда — 68,4 млрд һум.
Тулайым төбәк продукты йән башына: 2014 йылда 242,9 мең һум (85 төбәк араһында 53-сө урын); 2013 йылда 232,5 мең һум. 2015 йылдың декабрендә халыҡтың йән башына уртаса килеме айына 34347 һум тәшкил итә .
Төбәктең тупланма бюджеты (2022):
профицит — 1,1 млрд һум
Сәнәғәт комплексы тулайым төбәк продукты яҡынса 38 процентын тәшкил итә (2006 йыл), шуларҙың 23,1 проценты — етештереү (тәү сиратта химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте), 8,3 % — энергетика, 6,5 % — төҙөлөш комплексы, агросәнәғәт комплексында 10 процент (2006).
Смоленск өлкәһе Викимилектә | |
Смоленск өлкәһе Викияңылыҡтарҙа | |
Смоленск өлкәһе Викигид |